Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы

Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы

16 майҙа Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен япты. Был ваҡиға хөрмәтенә бай концерт программаһы тәҡдим ителде. Кисә күп милләтле Рәсәй халыҡтарының дуҫлығына арналды.

Программаға Рәсәй Федерацияһында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йырҙары һәм бейеүҙәре ингән: башҡорт бейеүҙәре менән бер рәттән тамашасылар рус, татар, чечен бейеүҙәрен ҡараны, башҡорт һәм рус телдәрендә йырҙар тыңланы. Илһөййәрлек рухы менән һуғарылған концертта 1812 йылдағы Ватан һәм 1941-1945 йылдағы Бөйөк Ватан һуғыштары тураһында сығыштар тәҡдим ителде.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңышлы хеҙмәте өсөн һәм ижади миҙгелде ябыу

хөрмәтенә айырым сәхнә оҫталары Сибай ҡалаһы Советы, ҡала хакимиәте һәм мәҙәниәт идаралығының маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

«Филармония артистары был миҙгелдә Ханты-Манси автономлы округына, Ырымбур өлкәһенә һәм республика төбәктәренә "Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!" концерт программаһы менән гастролдәр менән барып ҡайтты», — тине Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин.

Үткән ижади миҙгел шулай уҡ яңыртылған филармония бинаһы асылыуы менән иҫтәлекле. Хәтерегеҫгә төшөрәбеҙ, бина 2015 йылдың сентябрендә янғында зыян күргәйне. Уны үҙгәртеп ҡороу эштәре «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында башҡарылды.

Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы
Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы
Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы
Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы
Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы
Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен ҙур концерт менән йомғаҡланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb