Сибай концерт-театр берекмәһенең моңло йырсыһы, республика һәм төбәк-ара йыр конкурстары лауреаты, Әбйәлил һылыуы Айгөл Әсәҙуллина үҙенең тәүге концерт программаһын тәҡдим итә. “Айгөл иле”ндә йырсы күңелендәге ихлас хистәрен, уй-кисерештәрен моңло йырҙарына һалып, тамашасыларына еткерә.
Сағыу тамашала Айгөл Әсәҙуллина һәм уның ижадташ дуҫтары Искәндәр Ғәзизов, Рәмил Туйсин, Зәбирә Әминева, Сөмбөл Моратова, Әлфир Заманов башҡарыуында эстрада, ретро, халыҡ йырҙары, тамашасылар яратып өлгөргән дуэттар, яңы йырҙар яңғыраясаҡ.
Концерт 5 ноябрҙә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында үтәсәк.