Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны

Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны

Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа эре ҡалаларында үҙенең 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур концерт программаһы менән сығыш яһап ҡайтты.

Концерт залдарының тулы булыуы, тамашасыларҙың ихлас алҡыштары һәм йылы рәхмәт һүҙҙәре артистарҙың күңеленә ҡанат ҡуйҙы, яңы үрҙәргә дәртләндерҙе, ти берекмәнең артистары.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән концертты республикабыҙҙың һәм Өфө ҡалаһының абруйлы шәхестәре, мәртәбәле етәкселәре лә тамаша ҡылды.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова Башҡортостан хөкүмәте исеменән һәм Мәҙәниәт министрлығынан Почет Грамоталары тапшырҙы. Хөкүмәт наградаһына берекмә директорының концерт эшмкәрлеге буйынса урынбаҫары БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, тамашасылар менән эшләү буйынса урынбаҫары Ринат Ғайсин лайыҡ булһа, “Сибай” бейеү ансамбле солистары Гүзәл Әсәҙуллина, Рәзилә Нәбиуллина, Илфат Мусин, “Сулпан” балалар театры артисы Рәмзиә Сөнәғәтовалар Мәҙәниәт министрлығының Почет Грамоталарын алып ҡыуанды. Республика ҡурай бәйгеләре лауреаты Айнур Әминев, йырсылар Сөмбөл Моратова, Зәлиә Хөббөтдинова, баянсы Дим Шәрәфиевтарҙың тырыш хеҙмәте министрлыҡтың Рәхмәт Хаттары, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фиуза Сафинаның – Хөкүмәтебеҙҙең Рәхмәт Хаты менән баһаланды.

Берекмәнең 25 йыллыҡ ижад юлына байҡау яһаған концерт программаһын тамашасылар һәр ерҙә яратып ҡабул итте һәм дәррәү алҡыштар менән оҙатты.

Юбилей концерты менән гастролдәр республикала ҡалалары һәм райондары буйлап әле лә дауам итә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb