Сибай концерт-театр берекмәһе «Серле мираҫ» исемле мюзикл тәҡдим итә

Сибай концерт-театр берекмәһе «Серле мираҫ» исемле мюзикл тәҡдим итә

14 декабрь Сибай концерт-театр берекмәһе «Серле мираҫ» исемле мюзикл тәҡдим итә. Был тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Программала “Сулпан” балалар театры һәм филармония артистары ҡатнаша.

Сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова,режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, сәхнә биҙәлеше рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров, композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Александр Родионов.

Бөйөк хандың улы вәзире менән атаһы васыят итеп ҡалдырған серле мираҫты эҙләп донъя гиҙеп сығып китәләр. Егеттәр сәйәхәте ваҡытында төрлө мажараларға тарый. Таба алырҙармы икән ул серле мираҫты? Тамашабыҙға килһәгеҙ, белерһегеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb