17 ғинуар көнө Сибай концерт -театр берекмәһе бөтә ижади төркөм ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт тәҡдим итә.
Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Ҡурай-гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уларҙы ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба.
Бай йөкмәткеле "Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!" исемле тамашанан ситтә ҡалмағыҙ.