Сибай концерт-театр берекмәһе яңы тамаша тәҡдим итә

Сибай концерт-театр берекмәһе яңы тамаша тәҡдим итә

5 декабрь көнө Сибай театр-концерт берекмәһе Балалар ижады үҙәгендә бөтә ижади төркөм ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт тәҡдим итә. 

Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Ҡурай-гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уларҙы ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба. 
Бай йөкмәткеле "Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!" исемле тамашанан ситтә ҡалмағыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb