Сибай концерт-театр берекмәһе үҙенең 27-се ижад миҙгелен яба

Сибай концерт-театр берекмәһе үҙенең 27-се ижад миҙгелен яба

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе үҙенең 27-се ижад миҙгелен яба.

"Ғаиләм - ҡәлғәм" тип исемләнгән бай йөкмәткеле, мөхәббәт хистәре менән һуғарылған дәртле концертта бөтә ижади төркөм ҡатнаша: "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, оркестр, "Сулпан" балалар театры актерҙары һәм барлыҡ йырсылар.

Концерттың сценарий авторы - Әнүзә Ниғмәтуллина, ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошова, музыкаль етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb