Сибай концерт-театр берекмәһендә “Серле мираҫ” мюзиклының премьераһы үтте

Сибай концерт-театр берекмәһендә “Серле мираҫ” мюзиклының премьераһы үтте

Кисә Сибай концерт-театр берекмәһендә “Серле мираҫ” мюзиклының премьераһы үтте. Тамаша быуындар бәйләнеше, экологик мәсьәләләр, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, тел, мәҙәниәт кеүек донъяуи темаларҙы күтәреүгә нигеҙләнде.

Яңы программа Сибай һәм хатта республика сәхнәһенә лә үҙенсәлекле яңылыҡ булып килде. Актуаль тематика, сәхнә биҙәлеше, 3D проекция, уңышлы хореография, костюмдар төрлөлөгө мюзиклды дөйөм бер әҫәр итеп күрһәтә алды.

Мюзиклдың тәүге тамашасылары Сибай һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән ҡыҙыл зонала эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре булды. Артистар табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын сәскәләр менән ҡаршы алды һәм был еңел булмаған көндәрҙәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе. Был тамаша медицина хеҙмәткәрҙәренә Сибай концерт-театр берекмәһенең һәм ҡалабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының бүләге булды.

Коллегаларын Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауил Мағрүф улы Халфин ҡотланы.

Тамашаның ижади төркөмө:

Сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сәхнә биҙәлеше рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров, композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, кейемдәрҙе тегеүсе – Ольга Михайлова, балетмейстеры – Александр Родионов, видеоконтентты эшләүсе – Айҙар Йосопов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb