Сибай концерт-театр берекмәһендә “Ғаиләм-ҡәлғәм” исемле концерт программаһының премьераһы булды

Сибай концерт-театр берекмәһендә “Ғаиләм-ҡәлғәм” исемле концерт программаһының премьераһы булды

Кисә Сибай концерт-театр берекмәһендә “Ғаиләм-ҡәлғәм” исемле концерт программаһының премьераһы булды. Концертты башлар алдынан, үткән 2020 йылға йомғаҡ яһап, артистарҙы ҡотлау тантанаһы үтте.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Лариса Хәтмуллина һәм ҡурайсы Айнур Әминев бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре Юлиә Йәнтүринаға, Йәмил Нурмөхәмәтовҡа һәм баянсы Дмитрий Шәрәфиевҡа тапшырылды.

Үткән йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәле булды:

Йыл йырсыһы – Сөмбөл Моратова,

Йыл актеры - Илнур Сәфәров,

Йыл музыканты – Радик Далхин,
Йыл бейеүсеһе – Рәзилә Нәбиуллина,

Иң яҡшы йыл белгесе – сәхнә биҙәлеше бүлеге мөдире Роза Әхмәтшина,

Иң яҡшы онлайн-артист – “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Илсур Юламанов.

Шулай уҡ Сибай дәүләт филармонияһының тәүге йылдарынан хеҙмәт иткән һәм ошо мәҙәниәт усағының сәскә атыуына, уңышлы эшләүенә күп көс һалған ижади ғаиләне - Әсәҙуллиндарҙы иң изге теләктәр менән хаҡлы ялға оҙаттылар. Гүзәл Энгель ҡыҙы менән Фәнил Шәйхислам улы - һәләтле, ижади ҡомар менән дөрләп янған, йәштәргә өлгө булырлыҡ матур ғаилә пары.

Концерт та нәҡ ғаиләле булып, бала-сағалар үҫтереп, кешелектең киләсәген ҡайғыртып йәшәүҙе пропагандалай. Ғаиләлә атайҙың абруйы, әсәйҙең һүҙ баһаһы, йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү үҙәккә ҡуйыла. Тамашасылар һәр ғаилә именлеген һаҡлаусы мөхәббәт, хөрмәт, сабырлыҡ, берҙәмлек, уны ҡаҡшатыусы хөсөт, хыянат, ғәйбәт кеүек образдар төрлөлөгөнә лә шаһит булды.

Тамашаның сценарий авторы - Әнүзә Ниғмәтуллина, ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошова, музыкаль етәксе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, музыкаль биҙәүсе - Радик Далхин, сәхнә биҙәлеше һәм костюмдар буйынса рәссам - Зилиә Нурғәлиева, хореографтар - Фәйрүзә Абҙгилдина, Гөлиә Юлдыбаева, Юлиә Йәнтурина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb