Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында “Ҡәнифә юлы” спектакленең премьера булды

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында “Ҡәнифә юлы” спектакленең премьера булды

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында күренекле драматург Сәрүәр Суринаның “Ҡәнифә юлы” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдең премьера булды. Әҫәрҙе сәхнәгә йәш һәм талантлы режиссер, Баймаҡ егете Зиннур Сөләймәнов ҡуйған. Рәссам-сценограф — Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор — Илшат Яхин, балетмейстер — Сулпан Асҡарова. Тарихи ерлеккә таянып яҙылған спектаклдә бөтә ижади труппа ҡатнаша, тамашасы тәүге минуттарҙан алып аҙаҡҡаса Ҡәнифә менән бергә “йәшәй”, көйә һәм һыҙлана. Төп ролдәрҙе Яҙгөл Ниғмәтуллина (Ҡәнифә) һәм Фидан Шәйәхмәтов (Юлтый) башҡара.  Әйткәндәй, спектакль “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә сәхнәгә сығарылған һәм Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арнала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb