Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирек Мырҙабулатов етәкселегендә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының тынлы оркестры Өфөнөң Совет майҙанында уйнаны.
Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шәйморатовтың һәйкәле алдында Сибай студенттары Борис Диевтың "Тыныслыҡ һағында" маршын башҡарҙы. Улар үҙ сығыштары менән мобилизацияланған ватандаштарға, шул иҫәптән колледж директоры Замир Йәнтуринға теләктәшлек белдерҙе.
Студенттар Өфөгә уҡыу йортоноң 25 йыллығына бағышланған концерт алып килгән, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәгеӨфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан.
Шул уҡ көндә Сибай студенттары Архангел районы үҙәгендә сығыш яһаны.