Яҡын арала кескәй тамашасылар өсөн “Тылсымлы ҡурай” әкиәте тәҡдим ителә. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Театр – балаларға” проекты буйынса сәхнәләштерелгән.
Әлеге ваҡытта репетициялар бара, Сибай театр-концерт берекмәһенең тегеү цехы концерттар өҫтөндә эшләй. Спектаклдә барлығы 16 артист ҡатнаша.