Сибай театры ижад миҙгелен премьера менән япты

Сибай театры ижад миҙгелен премьера менән япты

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Дауыт Юлтый повесы буйынса ҡуйылған “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” спектакленең премьераһы булды. Был әҫәр менән театр сираттағы ижад миҙгелен япты.

Ҡуйыусы режиссеры – Рөстәм Хәкимов, инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы рәссамы – Валерий Яшкулов, композиторы – Юлай Үҙәнбаев, хореографы – Сулпан Асҡарова. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты булышлығында ҡуйылған.

Әҫәрҙең төп темаларының береһе – кешенең бәхеткә хоҡуғы һәм шуға ынтылышы. Үҙеңдең булмышыңа хыянат итмәй, киләсәгең өсөн көрәшеү йәш кенә ауыл ҡыҙы Әлимә образы аша сағылдырыла. Һәр әҙәм балаһы ла бәхетле йәшәргә теләй, әммә уға ирешер өсөн бөтәһе лә ҡаршылыҡтарҙы еңергә әҙер булмай. Әлимә иһә тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менән маҡсатына юл яра. Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй заманда ла үҙ тормошон йөрәге ҡушҡанса ҡорорға, йәмғиәттә үҙ урынын табырға хаҡлы икәнен иҫбатлаған образ ул. Ошо яҡлап Дауыт Юлтый әҫәренең героиняһы күптәргә өлгө булып торорлоҡ.

Сибай театрының репертуары бик бай. Уның спектаклдәрен республика тамашасылары ла яратып ҡарай, сит өлкәләрҙә лә гастролдәрен көтөп алалар. Ижади коллектив артабан да үҙ тамашасыларын яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып торһон.

Сибай театры ижад миҙгелен премьера менән япты
Сибай театры ижад миҙгелен премьера менән япты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb