6 июлдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың "Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы" повесы буйынса спектаклдең премьераһына саҡыра. Инсценировка авторы – Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡуйыла.
Ҡуйыусы режиссер – Рөстәм Хакимов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. Ҡуйыусы рәссам – Валерий Яшкулов, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Композитор – Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. Хореограф – Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Режиссерҙың ярҙамсыһы - Салауат Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып ҡалыуы һәм бәхеткә ынтылышы ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих һәр тамашасының күңеленә үтер, фәһем бирер.
Билеттар кассала һәм сайтта һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/12499533/.
Пушкин картаһы менән алыу мөмкинлеге бар.
12+