Сибай театры яңы спектакль әҙерләй

Сибай театры яңы спектакль әҙерләй

А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында яңы спектакль буйынса эш тамамланыуға яҡынлашты. Рәсәйҙең йәш драматургы һәм сценарисы Ярослава Пулиновичтың әҫәре буйынса “Һағыштарым тулы ғазаптарым...” спектакле - 2020 йылда "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй ҡала театрҙары" проекты буйынса ҡуйылған икенсе постановка.

Ҡуйыусы режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев ис. Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов. Композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич ис.премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев. Ҡуйыусы-рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Сафин. Хореограф – Залина Усманова.

Төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әлфирә Йосопова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин башҡара. Шулай уҡ спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артистары - Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары - Айгөл Хәкимова һәм Әлфирә Ғәлләмова; Айгөл Зәйнуллина, Гөлфиә Мәҡсүтова, Вадим Ғилманов, Резеда Сәфиуллина ҡатнашалар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb