Сибай ҡалаһы “Сулпан” балалар театрында “Донъя бабай” исемле спектаклдең премьераһы үтте

Сибай ҡалаһы “Сулпан” балалар театрында “Донъя бабай” исемле спектаклдең премьераһы үтте

Кисә “Сулпан” балалар театрында “Донъя бабай” исемле спектаклдең премьераһы үтте.

Әйтеп үтеүебеҙсә, был проект республиканың театраль коллективтарының ижади проекттарын яҡлауға йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Башҡорт халыҡ ижады нигеҙендә яҙылған ғибрәти әкиәт республикала киң билдәле драматург Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса әҙерләнһә, режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореограф - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова, рәссамы – Сулпан Азаматова спектаклде бик мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи ҡараш менән, юмор аша, заманса яңғырашлы итеп сәхнәләштереүгә ирештеләр.

Сибай концерт-театр берекмәһенең тегеү һәм художество-декорация цехтарында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылған костюмдар, декорациялар - барыһы ла сағыу, образлы.

Яңы сәхнә әҫәре балалар, өлкәндәр өсөн дә бик актуаль проблемаларҙы күтәреп сығара: ғаилә ҡиммәттәре, дөрөҫ тәрбиә биреү, ғаиләләге мөнәсәбәттәр, балалар менән аралашыу...

“Сулпан”дарҙың был әкиәте үҙ тамашасыһын табыр һәм республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә киң танылыу яулар тип ышанабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb