“Урал” гәзите хәбәр итеүенсә, күптән түгел Сибай ҡалаһында бишенсе тапҡыр Мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәр конкурсы үтте.
Төбәк-ара бәйгелә Ҡөрьән сүрәләрен шиғри юлдарҙа һәм көйләп әйтеү төрҙәре буйынса ла сығыш яһанылар.
Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай хакимиәте һәм Сибайҙағы сәсәндәр мәктәбе тырышлығы менән ойошторолған конкурста 18 йәшкә тиклемгеләр һәм 18-ҙән өлкәндәр айырым көс һынашты.
Республиканың төрлө райондарынан халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөһөн үҙ иткән, өләсәй-әсәйҙәренән отоп алған мөнәжәттәрҙе йәш быуынға ишеттерергә ниәтләп килгән оло ағинәйҙәр, был төрҙө яңынан тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ҡатын- ҡыҙҙар ҡатнашты.
Һәр йәш категорияһында нәсихәт, мөнәжәт әйтеүселәр һәм Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен шиғри юлдарҙа көйләүселәр билдәләнде.