Сибай ҡалаһының сәнғәт колледжында "Ирәндектә джаз" фестивале үтте. Сарала Сибай, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан 30-ға яҡын конкурсант ҡатнашты.
Фестивалдең төп ҡунаҡтары — Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз ансамбленең, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрованың сығыштары фестивалгә сағыу биҙәк өҫтәне.