Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың бәйгеһенең II туры башланды

Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың бәйгеһенең II туры башланды

Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың бәйгеһенең II туры башланды. Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү өлкәһенән һәм Ханты-Мансийск автономия өлкәһенән 53 үҙешмәкәр һәм 23 профессионал башҡарыусылар ҡатнаша.

Конкурсанттар ошо йырҙар араһынан һайлап алып берәүһен башҡарырға тейеш: «Урал», «Сибай», «Буранбай», «Ильяс», «Баяс», «Эскадрон», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Тәфтиләү», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Ғүмәров», «Ҡаhымтүрә», «Әрме», «Бейеш», «Ғайса ахун», «Йәмәлекәй тауы», «Һандуғас», «Томан», «Шәурә», «Шафиҡ», «Хисам», «Һаҡмар», «Һары ла сәс», «Арғужа», «Төйәләҫ», «Уйыл».

Конкурстың жюри рәйесе – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, БР халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты,  1996 йылда «Ирәндек моңдары» бәйгеһендә еңеүсе Азамат Тимеров.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb