Сибай ҡалаһында Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыусыларҙың VIII төбәк-ара конкурсы үтте

Сибай ҡалаһында  Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыусыларҙың VIII төбәк-ара конкурсы үтте

Конкурстың маҡсаты – башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын ошо жанрҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү, йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү.

Конкурста Белорет, Баймаҡ, Хәйбулла, Стәрлебаш һәм Әбйәлил райондарынан, шулай уҡ Өфө, Сибай ҡалаларынан 70 бәйгесе ҡатнашты. 

Был юлы Хәйбулла районынан килгән конкурсанттарға бәхет йылмайҙы."Сәсәндәрҙең халыҡ мәктәбе" конкурсында Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова етәкселегендәге район мәҙәниәт йорто командаһы Гран-приға лайыҡ булды.

Шулай уҡ Миңзифа Ишемғолова һәм Хәмиҙә Ҡунысбаева - I дәрәжә дипломдары, ә Мәрйәм Билалова һәм Рәсимә Денисламова II дәрәжә дипломдары менән тәбрикләнде. Махсус приздар һәм рәхмәт хаттары менән Фәниә Арыҫланова, Миңзифа Ишемғолова һәм Рәсимә Денисламова бүләкләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb