Сибай ҡалаһының “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле Мәскәүҙә ҙур еңеү яуланы. Улар илебеҙ сәхнәһендә “Минең халҡым күңеле” тип аталған II Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәт һәм фольклор конкурсында гран-при яуланы.
Ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Хәйбуллина “Иң яҡшы педагог” миҙалына эйә булды.
“Осҡон”дар башҡарған “Бүреләр” бейеүе конкурстың “Иң яҡшы креатив сығышы” номинацияһына лайыҡ булған. Шулай уҡ уларҙың башҡа бейеүҙәре өсөн дә төрлө дәрәжәләге дипломдар тапшырылған.