Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында ижади осрашыу үтте

Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында ижади осрашыу үтте

14 ноябрҙә Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубының әүҙем ағзалары - яҙыусылар менән Әбйәлил район үҙәк китапханаһында йылы осрашыу үтте.

Ижади осрашыуҙа Әминә Яхина, Фәнис Сирбаев, Мотал Рәмов, Насип Һаҡмаров ҡатнашты. Сараға килеүселәрҙе сәләмләп Сибай китапханалар системаһы директоры М. С. Хәмитова Һәм Әбйәлил мәҙәни ял итеү үҙәге директоры Э. А. Кунафина сығыш яһаны.

Ҡунаҡтар үҙҙәренең ижадтары тураһында һөйләне, төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ф Сирбаев менән Н. Һаҡмаров моңло йырҙары менән һоҡландырҙы.
Ғөмүмəн, осрашыу бик йылы, йəнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Ошондай фәһемле саралар китап уҡыусыларҙың әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Саранан һәр кем рәхмәттәрен әйтеп, йылы тәьҫораттар менән хушлашып таралыштылар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb