Сибайҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының “Эстрада легендалары” тип аталған сағыу концерты үтте

Сибайҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының “Эстрада легендалары” тип аталған сағыу концерты үтте

Сибайҙа “Мәҙәниәт марафоны” старт алды. Уның барышында республиканың билдәле сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, театр әһелдәре концерттар, спектаклдәр күрһәтәсәк. Сәхнә оҫталары ҡаланың дүрт мәҙәни майҙансығында сығыш яһай: Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Балалар ижад йорто, Сибай сәнғәт колледжы һәм “Тыныслыҡ” йәштәр йортонда көн һайын тамашалар үтәсәк. Сибай ҡалаһының Балалар ижад йортонда Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының “Эстрада легендалары” тип аталған сағыу концерты үтте. Сарала яратҡан йырсыларыбыҙ Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, Ғәли Алтынбаев, Радик Вәлмөхәмәтов һәм башҡалар сығыш яһаны. Артабан ҡала халҡын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Магнитогорск консерваторияһы һәм башҡаларҙың бай йөкмәткеле сығыштары ҡыуандырасаҡ. “Мәҙәниәт марафоны” февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb