Сибайҙа биналар неон төҫтәрҙә балҡыны

Сибайҙа биналар неон төҫтәрҙә балҡыны

Ҡаланың бер нисә урамындағы учреждениелар яҡтыртҡыс ҡоролмалар менән йыһазландырылды. Биҙәү эштәре Зауыҡлы биләмәләр йылына бағышланған саралар сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ҡараңғы төшкәс, йорттар һары, йәшел, аҡ лампочкалар менән яна.

Тәүге яҡтыртҡыстар былтыр ҡала урамдарының береһендә барлыҡҡа килгән. Халыҡ биҙәүҙе ихлас ҡабул иткәс, ҡала хакимиәте эштәрҙе дауам итергә тигән фекергә килгән. Яҡын арала 11 белем биреү ойошмаларын яҡтыртыу күҙаллана. Биҙәү эштәре урындағы бюджет аҡсаһына ойошторола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb