9 февралдә Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты ѳйрәнеү моделле китапханаһында йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмтов менән осрашыу үтәск.
Яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Иртә етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтә. БР һәм РФ Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә, Төрки донъяһы ҡоролтайында (Трабзон ҡалаһы, Төркиә) делегат була. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй. 2015 йылда Айгиз ошо әҫәре өсөн Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булды .