Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы һәм Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы күренекле яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың “Йән” китабының исем туйын үткәрҙе. Яңы баҫма менән танышырға билдәле артистар, ғалимдар һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты филиалы студенттары, ҡаланың китап һөйөүселәре килде.
Был осрашыуҙың төп маҡсаты - студенттарҙы әҫәрҙе анализларға өйрәтеү, тип билдәләне Башҡортостандың Милли әҙәби музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова.
- Китап миҫалында студенттар әҫәрҙең идея-темаһын анализларға, ниндәй темаларға яҙырға, теманы нисек асырға, фекерҙе тамамларға өйрәнде. Әҙәбиәт теорияһы йүнәлешендә тәүге осрашыу булды был, - тине ул.
Осрашыуҙа китаптың темаһына ярашлы йән төшөнсәһе тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Сарала ҡатнашыусылар йәндең күсәгилешлеге тураһында фекер алышты. Студенттарға философтар, психологтар, эзотериктарҙың ҡыҙыҡлы сығыштары, фекерҙәре тәҡдим ителде.