Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы” бәйгеһе үтә

Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы” бәйгеһе  үтә

Тиҙҙән Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы тауышы” бәйгеһе уҙғарыла. Конкурста йыр-моң һөйөүсе 15 – 45 йәшлек һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала. Ул биш этапта үтәсәк. Ойоштороусылар – Сибай ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың Мәҙәниәт бүлеге.

Шарттарға ярашлы, һәр конкурсант үҙ йырын тәҡдим итә. Шулай уҡ дуэт, трио, квартет сығыштары ла әҙерләргә мөмкин.

Дүрт этаптан һуң конкурстың финалы буласаҡ, ул апрелгә планлаштырылған. Еңеүсегә бүләк – 50 мең һум аҡса.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb