Сибайҙа «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

Сибайҙа «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

Сибай ҡалаһында көньяҡ-көнсығыш зона араһында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайҙары конкурсына кастинг үтте. 

Һайлап алыу турында Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡыҙҙары ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Сибайҙан Шәүрә Яхина яуланы. Беренсе урынды Зөһрә Хайсарова (Күгәрсен районы) алды. Икенсе урынды Гөлдәр Һабаншина (Йылайыр районы) менән Юлиә Мөхәмәтйәнова (Сибай) бүлеште. Өсөнсө урында – Наҙгөл Байғотлина (Баймаҡ районы) һәм Айзилә Солтанова (Йылайыр районы).

Аҙаҡҡы һайлап алыу туры 2020 йылдың 7 ноябрендә Өфөлә була. Конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Беренсе һәм икенсе турҙа ҡатнашыусылар конкурс номерҙарын әҙерләргә тейеш:

— визитка (башҡорт телендә ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу). Жюри ағзалары ҡатнашыусыларға өҫтәмә һорауҙар бирергә хоҡуҡлы, ижади конкурс (башҡорт бейеүе, йыр/таҡмаҡ), дефиле.

Киләһе кастинг 9 октябрҙә – Санкт-Петербургта, 11 октябрҙә Мәскәүҙә була. Эпидемиологик хәлгә бәйле онлайн үткәрергә мөмкин, тип белдерҙе ойоштороусылар.

Сибайҙа «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb