Сибайҙар - еңеүсе

Сибайҙар - еңеүсе

Башҡортостанда йыл аҙағында ике ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Уларҙың икеһендә лә сибайҙар еңеү яуланы.

“Башҡорт йыры” вокал бәйгеһендә гран-приға Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Әлфир Заманов лайыҡ булды. “Сибай ынйылары” фольклор ансамбле иһә “Байыҡ” хореография конкурсында  еңеүсе тип табылды. Тағы бер коллектив – “Ынйыҡай” бейеү студияһында шөғөлләнеүселәр бәйге лауреаттары булды. 

Сибай концерт-театр берекмәһен ижади уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Сибайҙар - еңеүсе
Сибайҙар - еңеүсе

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb