Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сулпан» балалар театрында «Насретдиндың алтын ишәге» спектакле өҫтөндә эш бара. Шапи Казиевтың пьеса-әкиәте Хужаның мажараларын бәйән итә.
Тыуған яғына ҡайтҡас, Насретдин яуыз, ҡомһоҙ хандың ҡала халҡын сикһеҙ һалымдар менән интектереүен, етмәһә, кәләше Фатимаға өйләнергә самалауын белә. Ә Насретдиндың нимәһе бар? Бөтөн булған байлығы – тоғро ишәге лә алтын тәңкәһе. Шулай ҙа Насретдин бирешергә уйламай – мәкерле ханды һәм уның ҡуштандарын хәйлә менән еңергә тырыша, сөнки уның төп байлығы – үткер аҡылы, изге йөрәге һәм ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшерлек ҡыйыулығы бар.
Режиссер-ҡуйыусы - Л. һәм М. Ростроповичей исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Булат Хәйбуллин.
Спектаклдең премьераһы 10 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә була.
Билет хаҡы: 150 һум.
Билеттарҙы Сибай концерт-театр берләшмәһе кассаһында һәм sibay-concert.ru. сайтында һатып алырға мөмкин.
Пушкин картаһын ҡулланырға мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: +7 917-49-37-529.