Уны ойоштороу башланғысы менән урындағы «Ағинәйҙәр» клубы сыҡҡан. Үҙәкте асыу тантанаһына өлкәнең төрлө мөйөштәре һәм Башҡортостандан ҡунаҡтар йыйылды. Тантанала ҡатнашыусылар яңы үҙәктең башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнаясағын билдәләне.
Байрамда милли моңдар яңғыраны, халыҡ бейеүҙәре башҡарылды. Ойошма ағзаларына район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.