3 ноябрҙә Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асыласаҡ. Монументтың бейеклеге — 7,5 метр.
Һәйкәлде асыу тантанаһына ветерандар саҡырылған. Сәғәт 11-ҙә башлана.
Дивизия Юғары баш командующий бойороҡтарында 15 тапҡыр телгә алына, 4000 яугир СССР-ҙың орден-миҙалдары менән билдәләнә. Дивизияның 78 ҡатнашыусыһы Советтар Союзы Геройы була, биш яугир өсөнсө дәрәжәле Дан ордендары менән бүләкләнә. Дивизия яугирҙәре күрһәткән батырлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡа бер ғәскәрҙә лә булмай. Башҡорт атлы дивизияһына һуғышҡан яугирҙәрҙең күбеһе — Силәбе өлкәһенән.