Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дарвин Хәйретдиновтың иҫтәлегенә бағышланған икенсе Башҡорт халыҡ ижады фестивале ойошторола. Сара 30 апрелдә Ҡоншаҡ районының Дружный ҡасабаһы Мәҙәниәт йортонда үтә.
«Фестивалде уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған: Ҡоншаҡ районы – Көньяҡ Уралдағы башҡорт мәҙәниәтенең боронғо бишеге. Ошо төбәктең сағыу традициялары һәм мәҙәниәте һәр саҡ башҡорттарҙың йәшәү рәүешенең кәүҙәләнеше булды. 1934 йылға тиклем Ҡоншаҡ районы Башҡорт АССР-ы составына ингән», — тип хәбәр итте республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Хабрахман Мансуров һүҙҙәренсә, сараны уҙғарыуҙың төп бурысы башҡорт халыҡ ижадының мәҙәни традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ талантлы башҡарыусыларҙы эҙләүгә һәм уларға ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.
Дарвин Хәйретдинов һәләтле ойоштороусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы, режиссер, йырсы, оҙаҡ йылдар Дружный ҡасабаһы Мәҙәниәт йорто директоры булған. Башҡорт артисы Сүриә Ғималова үҙенең ижад юлын ошонда башлаған.