Силәбе өлкәһендә төрки халыҡтарҙың тәүге фестивале үтте

Силәбе өлкәһендә төрки халыҡтарҙың тәүге фестивале үтте

Мәҙәни  сара «Беҙҙең барыһы ла килеп сыға!» тип аталған девиз аҫтында уҙғарылды. Башҡорт һәм татар мәҙәни көндәре Силәбе өлкәһе район-ҡалаларында йәшәүсе арҙаҡлы шәхестәрҙе, милли йолаларға тоғро ҡалыусыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Фестивалдә халыҡ бейеүҙәре, оҙон көйҙәр яңғыраны.

Байрам тамашасылары күңеленә бигерәк тә «Дуҫлыҡ» милли үҙәге коллективының сығыштары хуш килде. Артистар төрлө халыҡ бейеүҙәрен берҙәй оҫта башҡарыуы менән һоҡландырҙы.
Фестивалдә Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Силәбе төбәк-ара Этҡол муниципаль районы идаралығы һәм Татар конгресы менән хеҙмәттәшлек  килешеүенә ҡул ҡуйылды. Яҡын арала ошондай уҡ килешеүҙе өлкәлә эшләп килгән Башҡорт ҡоролтайы менән төҙөү күҙаллана. Фестиваль барышында фойела ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләне. Байрам ҡунаҡтары милли аҙыҡ һәм эсемлектәрҙән ауыҙ итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb