Силәбе өлкәһендәге һабантуйҙа өс метрлыҡ тәбәтәйҙе биҙәнеләр

Силәбе өлкәһендәге һабантуйҙа өс метрлыҡ тәбәтәйҙе биҙәнеләр

Магнитогорскиҙағы Мәңгелек ут янындағы паркта яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуына арналған «Һабантуй» байрамы ойошторолдо.

Ғәҙәттәгесә, сарала Әбйәлил районы вәкилдәре ҡатнашты, улар милли ижади номерҙар һәм тирмә менән башҡорт ихатаһын ҡорҙо.

Быйылғы һабантуйҙың үҙенсәлеге шунда: байрамда ҡатнашыусылар өс метрлыҡ түбәтәйҙе күмәкләп сикте. Үҙенсәлекле экспонат урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыласаҡ.

«Магнитогорск ере һәр саҡ ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршылай. Сара дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитендә уҙа. Һабантуй - башҡорт халҡының яҙғы баҫыу эштәрен тамамланыуҙы һынландырған байрамы. Ул күптән бөтә халыҡ байрамына әйләнде. Уны Рәсәйҙең күп ҡалаларында һәм ауылдарында киң билдәләйҙәр», - тине Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәктле Әлфир Байымов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb