Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында һабантуй үтте

Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында һабантуй үтте

Силәбенең Троицк ҡалаһында өлкә һабантуйы үтте. 50 мең тирәһе халыҡты йыйған оло байрамда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.

Һабантуй майҙанында төрлө милләт халыҡтарының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылдырылған, башҡорт ауылында халҡыбыҙҙың кәсептәре, көнкүреш әйберҙәре менән танышырға ммөкин ине.

 Бер урында бесәнгә эш ҡоралдарын әҙерләү, салғы сүкеү серҙәренә төшөнөргә мөмкин булһа, икенсе ерҙә умартасылар үҙ шөғөлдәренең нескәлектәре менән таныштыра.

Шулай уҡ тирмәндә бойҙай тартырға, ҡымыҙ бешереп ҡарарға, милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә була.

 Силәбе өлкәһе губернгаторы Борис Дубровский башҡорт тирмәһен ҡарап беҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығын, ихласлығын айырым билдәләне.

Һабантуйҙы төрлө уйындарҙан, милли көрәштән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Майҙанда бил бирмәҫ батырҙар һынау тотто.

 Силәбе башҡорттары әйтеүенсә, һабантуй быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, йәштәрҙе тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ менән таныштырыу йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb