Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 28 октябрь 2016
Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ
“Урыҫ еренә сит дошман килгәнлеген ишетеү менән, бөтә Урал халҡы йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп киткән, бөтәһе лә аяҡ өҫтө баҫҡан, ти. Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ эшләп, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, турһыҡ, һаба, мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып, май тасҡып, төн-көн ағытмай бейә һауып, турһыҡ, һаба тултырып ҡымыҙ йыйып, аҙыҡ-түлек, ат-тун, кейем-һалым таярлап, халыҡ яуға әҙерләгән, ти…» (“Икенсе әрме” риүәйәте)
Башҡорт халҡының хәтер һандығында 1812 йылғы Ватан һуғышы бөгөнгә ҡәҙәр һаҡланып ҡала килә. Олатайҙарыбыҙ был һуғышта ҡатнашыуы менән һәр саҡ ғорурланған. 1812 йылғы Ватан һуғышы башҡорттарҙың фольклорында «Ҡаһым түрә» риүәйәтендә, «Француз яуы бәйете»ндә, «Ирәмәл», «Любизар», «Ҡаһым түрә», «Эскадрон» йырҙарында сағылыш тапҡан.
Тиҙҙән Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарының легендар яугирҙәренә арналған һәйкәл асыласаҡ.
Һәйкәл ҡуйыу идеяһы Златоуст “Башҡорт ҡоролтайы” бүлегенең хөрмәтле рәйесе , ветерандар советы ағзаһы Данис Хужиндың күптәнге теләге . Златоуст депутаттары йыйылышында һәйкәлдең проект эскизы әҙерләнә, урыны билдәләнә. Был проектты Урал региондарында Башҡортостан Республикаһының вәкиле Амур Хәбибуллин да ҡеүәтләй.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса 1812 йылдың сентябрендә Златоуст ҡалаһында 18 башҡорт атлылар полкы төҙөлә. Полк Бара, Ҡара-Табын ауылдары, Троицк өйәҙенең Ҡыуаҡан волосы (хәҙерге Учалы районы), Әйле һәм Балаҡатай волосы (хәҙерге Ҡыйғы һәм Балаҡатай районы), Силәбе өлкәһенең Күсей районы Петрушкино ауылы башҡорттарынан төҙөлә. Полк командиры вазифаһына Т.Е. Тихановский тәғәйенләнә.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә арнап Ырымбурҙа Каруанһарай бинаһы төҙөлә, 2012 йылда Мәскәүҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы музейы асыла, Башҡортостандың Сибай ҡалаһында башҡорт полктарына һәйкәл ҡуйылған.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө