Силәбелә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтте

Силәбелә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтте

Силәбелә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтте. Пленар ултырышты ике дәүләт башлыҡтары Владимир Путин менән Нурсолтан Назарбаев асты. Быйыл төп тема итеп кешелек капиталы үҫеше алынды. Йәғни, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, белем биреү, кадрҙар әҙерләү системаларын камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Сара сиктәрендә Башҡортостан хөкүмәте һәм Павлодар Аҡимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Павлодар өлкәһе етәксеһе Булат Бакауов имзаланы. Килешеү ике яҡ араһында бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм иҡтисади хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итә. Улар химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, ауыл хужалығы, машина төҙөү, транспорт, фән, мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәләренә ҡағыла. Шулай уҡ туған тел һәм милли мәҙәниәтте үҫтереү менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт берләшмәләренә ярҙам итеү ҙә билдәләнә.
Рөстәм Хәмитов форум сиктәрендә ойошторолған "Кешелек капиталын үҫтереү" күргәҙмәһе һәм "Урал-Ҡаҙағстан далаларының Арҡайым доньяһы" экспозицияһы менән дә танышты.
Тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сит ил партнерҙары араһында 4-се, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре араһында беренсе урынды биләй. Былтыр ике республиканың үҙ-ара сауҙа күләме 375 миллион долларҙан артып киткән. Уның 90 проценттан ашыуы , йәғни 342 миллион доллары беҙҙең республика экспортына тура килә. Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара форумдары 2003 йылдан алып уҙғарылып килә.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb