Өфөлә быйыл Симфония төнө федераль грант иҫәбенә уҙғарыласаҡ. Сараны Башҡорт дәүләт филармонияһы ойоштора, асыҡ һауалағы концертта ШОС һәм БРИКС илдәренән сәнғәт оҫталары ҡатнашасаҡ. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы сайтында билдәләнеүенсә, Башҡортостан баш ҡалаһындағы Симфония төнө 60-лаған проект араһында еңеүсе булды. Быйыл федераль гранттар илдә 10 коллективҡа тапшырыла. Улар араһында Ҡаҙан, Пермь, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Чечнянан ансамблдәр һәм сәнғәт ойошмалары бар.