25, 27 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәнә бер премьера тәҡдим итә. «Мин һинең ҡәйнәң булам» комедияһы - заманса, күңелле тамаша, ролдәрҙе башҡарыусылары менән генә түгел, ә ҡуйылыш йәһәтенән дә театр һөйөүселәр өсөн ҙур яңылыҡ буласаҡ. Спектаклдең режиссеры - театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, рәссамы- «Алтын битлек -2016» лауреаты Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Ләйсән Шәрипова. Спектаклдә Руслан Хайсаров, Фирүзә Аллаярова, Милена Сираева, Алмас Әмиров, Илдар Сәйетов, Гөлнара Әмирова, Светлана Хәкимова, Рәзифә Динмөхәмәтова ҡатнаша.
Шулай итеп, «Господин Аншлаг»тың (Сергей Беловты Рәсәйҙә шулай атайҙар) 25 майҙа сәхнәбеҙҙәге дебюты үҙе бер күренеш булмаҡсы. Илерткес тә тилерткес сихри май көндәрендә ошо күңелле ваҡиғаларҙың уртаһында булығыҙ, ҡәҙерле тамашасылар!