Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сираттағы премьера үтте.
Премьера спектакле «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева) тип аталды. Сюжет нигеҙендә үҙ яртыларын эҙләүсе ир һәм ҡатын тарихы ята. Урта йәштәге Дилара һәм Әсхәт араһында көтөлмәгән интригалар, көлкөлө хәлдәр менән үрелеп бара. Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, сценограф – Татарстан Республикаһынан билдәле рәссам Булат Ибраһимов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы - Сулпан Асҡарова.