Нефтекамала булғанда сит ил ҡунаҡтары республикабыҙ менән hоҡланыуын йәшермәне. Улар ошондай тәьҫораттар менән бүлеште.
- Һеҙҙә йәй беҙҙәгенән дә эҫерәк икән, - тип ғәжәпләнеүен белдерҙе нефтекамаларға Сантьягонан килгән Паомо Гарсес менән Николь Муньос.
Беҙҙең республикала ҡунаҡтарҙы ғәжәпләндергәне был ғына түгел әле.
- Бик матур урындар, урман күп. Тағы ла –Башҡортостанда бик күп төрлө халыҡ йәшәй, был ысынлап та һоҡланғыс! Был бөтөнләй икенсе донъя, - ти улар.