«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, кисә 11 май көнө Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды. Байрам саралары Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре барышында уҙғарыла һәм аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Быйыл сара республиканың Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге ойошторолоуҙың 20 йыллығына бағышланған.
Тантаналар Өфөләге А. Пенькевич исемендәге Поляк йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыларының концерты менән асыла. Шулай уҡ бөгөн Мишкә районының Сурай ауылында дворяндар нәҫеле Песляктар усадьбаһының элекке урынына баралар.
12 майҙа Өфөләге 17-се китапханала поляк халыҡ костюмдары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре эшләй башлай. Ошонда уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола.
Йома Башҡорт дәүләт педагогия университетында Януш Корчактың һәм уның тәрбиәләнеүселәренең героик үлеменә 75 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә була.
Шул уҡ көндө тантанала ҡатнашыусылар профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, төбәктә славистика һәм полонистика фәндәренә нигеҙ һалған Леонид Васильевтың (1926-2015) мемориаль кабинетын ҡараясаҡ.
13 майҙа Өфө районының Октябрьский ҡасабаһы мәктәбендә композитор, бард, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Крулдең концерты була.
14 майҙа Өфөләге Поляк йәкшәмбе мәктәбендә оҫталыҡ дәресе һәм поляк аш-һыуын тәмләп ҡарау ойошторола.
Башҡортостандың Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, тантаналарға баш ҡалабыҙға Польша Республикаһының Рәсәйҙәге вәкиллегендәге Мәскәү консул округының консул бүлеге етәксеһе Марек Зелинский килә. Сараларҙа Екатеринбург, Краснодар, Ижевск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнаша.