Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурстың өсөнсө ай еңеүселәре билдәләнде. Улар: 1. Ситдиҡова Гүзәл Алмас ҡыҙы. "Махсус репортаж" автор программаһы.
2. Шәйәхмәтова Айгөл Рөстәм ҡыҙы. "Башҡортостан тураһында биҙәүестәр" проекты.
3. Торсонбаева Миләүшә Сәфиулла ҡыҙы. "Инстабәпәй" https://www.instagram.com/insta_bepei/ сәхифәһе.
4. Хәлфетдинова Гөлнара Нәжип ҡыҙы. “Гөлнара Хәлфетдинова. Шиғырҙар.” https://vk.com/club43551296 сәхифәһе.
5. Хамматов Шәһит Зәйет улы. "Ил ағаһы Мортаза" https://vk.com/club.murtazarahimov сәхифәһе.
Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡ ай һайын яһала, жюри ағзалары биш еңеүсене һайлай, улар 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Хәҙер 4-се айға ғаризалар ҡабул ителә.