Социаль селтәрҙәрҙә коронавирус тураһында ҡыҫҡа йәнһүрәт донъя күрҙе

Социаль селтәрҙәрҙә коронавирус тураһында ҡыҫҡа йәнһүрәт донъя күрҙе

"Муха" студияһы һәм танылған рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев коронавирус тураһында ҡыҫҡа йәнһүрәт төшөргән.

Йәнһүрәт хәүефле сирҙән һаҡланыу сараларын ҡулланыу темаһына арналған. Уның геройы ала ҡарға маска кейгән һәм ҡанаттары менән сыр тотҡан. Хәйләкәр коронавирус уға йырлап ишеттерергә үтенә һәм маскаһын сискән һәм сырын төшөрөп ебәргән ала ҡарғаның ауыҙына инеп тә китә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси сәхифәһендә: “Оошондай алымдар айырым кешеләрҙең етешһеҙлектәрен фашлай һәм коронавирустан һаҡланыу өсөн дөрөҫ ғәҙәттәр тәрбиәләй. Республикала бөтә донъяға танылған оҫталарҙың булыуына ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм”, - тип яҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb