Теүәл 95 йыл элек ошо көндә, 4 февралдә, Әбйәлил районының Асҡар ауылында СССР-ҙың буласаҡ халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин донъяға килгән. Уҡыған йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә, ул Магнитогорскиҙа токарға уҡырға инә. Ошо уҡ ҡалала металлургтар мәҙәниәт һарайында һынлы сәнғәт студияһына йөрөй башлай. Һынлы сәнғәт егетте шул тиклем ныҡ йәлеп итә, хатта ул оҙаҡламай Ленинград һөнәрселәр һәм рәссамдар училищеһына уҡырға инә, һуңынан Өфө сәнғәт училищеһында оҫталығын арттыра. Ләкин һынлы сәнғәт өлкәһендә төп белемде Әхмәт Лотфуллин Вильнюс рәссамдар институтында ала. Уның художество стиле лә шунда формалаша.
Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин (1928-2007) - Башҡортостандың һынлы сәнғәт мәктәбе классигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы.
Әхмәт Лотфуллиндың эштәре Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләр экспозицияһына инә, күп һанлы репродукцияларҙа кәүҙәләндерелә, уларҙың дәрәжәһе китап баҫмаларында, журнал һәм гәзиттәрҙә билдәләнә. Картиналары иң яҡшы музей йыйылмаларында тәҡдим ителгән. 1999 йылда Америка биография институты рәссамдың исемен донъяның күренекле кешеләре белешмәһенә индерә, 2003 йылдың «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһында ла исеме телгә алына. «Хушлашыу» картинаһын - Рус музейы (Санкт‑Петербург), «Фронтҡа оҙатыуҙар»ҙы Третьяков галереяһы (Мәскәү) һатып алған.
Рәссамдың ижади эштәренең төп темаһы – халыҡ тормошон, урындағы халыҡтың булмышын, милли характерҙы сағылдырыу. Йыш ҡына уның эштәрендә республиканың эшсе, ижади интеллигенцияһы һүрәтләнгән. "Мин картиналарымда башҡортто башҡа халыҡтар алдында затлы, мәртәбәле, боронғо итеп күрһәтергә ынтылдым. Бар донъя белһен, тинем. Ғүмеремде шуға арнаным,"- тип яҙған үҙенең "Шоңҡар" журналына биргән интервьһында. Шул уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәре милли сиктәргә генә ҡайтып ҡалмай, бөтә халыҡтарҙы бер-береһенә ҡарата ихтирамлы һәм кешелекле булырға саҡыра.
Әхмәт Лотфуллиндың М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондында һаҡланған картиналарын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
“Ауылда байрам. 1930-сы йылдар”. 1969;
“Өс ҡатын”. 1969;
"Үтәгән ауылында туй" (фрагмент). ХХ быуат.