Стәрлетамаҡ башҡорт театры Өфөгә Владимир Гуркин пьесаһы буйынса комедия алып килә

Стәрлетамаҡ башҡорт театры Өфөгә Владимир Гуркин пьесаһы буйынса комедия алып килә

13 мартта Өфөгә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры килә. Данлыҡлы коллектив Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай.

«Тамашасылар Владимир Гуркиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр» спектаклен ҡарай ала. Был комедия тамашасыларға совет осоро фильмы аша таныш. Төп герой – Себер төпкөлөндә ҡатыны һәм балалары менән йәшәгән Василий Кузякин. Яңы танышының йоғонтоһона бирелеп, ул ғаиләһен ташлап китергә хәл итә. Шулай ҙа ғаиләһенә булған һөйөүе ваҡытлыса мауығыуҙан өҫтөн булып сыға. Спектакль ғаилә ҡиммәттәрен һанларға һәм яҡындарыңды ҡәҙер итергә өйрәтә», – тине театрҙың художество етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Рәхимов.

Спектакль өҫтөндә көслө ижади төркөм эшләй: режиссёр-ҡуйыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев; рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева; яҡтыртыу буйынса рәссам Лилиә Ғарифуллина; балетмейстер Андрей Сорокин.

Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.

Йәше сикләүе: 12 +.

Билеттарҙы онлайн һатып алырға мөмкин.

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Стәрлетамаҡ башҡорт театры Өфөгә Владимир Гуркин пьесаһы буйынса комедия алып килә
Стәрлетамаҡ башҡорт театры Өфөгә Владимир Гуркин пьесаһы буйынса комедия алып килә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb