Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһе Мөнир Ҡунафиндың «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы…» исемле спектакле менән ижад миҙгелен йомғаҡланы. Миҙгел ижади коллектив өсөн репертуар яңырыуы менән генә түгел, күп төрлө еңеүҙәр, юбилей кисәләре менән дә иҫтәлекле булды.
Театр коллективы республика район-ҡалалары, Төмән, Һамар һәм Силәбе өлкәләрендә гастролдәрҙә булып ҡайтты. Театр үҙ сәхнәһендә шаршауын япһа ла, актерҙар әле генә ялға китмәйәсәк. Әле үк яңы миҙгелгә әҫәрҙәр ҡарала, стәрлетамаҡтар Рәсәй төбәктәрендә ойоштороласаҡ һабантуйҙарҙа ҡатнашырға, гастролдәргә юлланырға йыйына.