Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Миниса Бакированың «Күңелдәген әйтмәй ярамаҫ...» тип исемләнгән юбилей кисәһенә саҡыра

Стәрлетамаҡ дәүләт  театр-концерт берләшмәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Миниса Бакированың «Күңелдәген әйтмәй ярамаҫ...» тип исемләнгән юбилей кисәһенә саҡыра

 16 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы Миниса Бакирова үҙенең «Күңелдәген әйтмәй ярамаҫ...» тип исемләнгән юбилей кисәһенә саҡыра. Стәрлетамаҡ дәүләт  театр-концерт берләшмәһе артистары әҙерләгән тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Шулай уҡ кисәлә рус халыҡ ҡоралдары оркестры ҡатнашыуы ла көтөлә.

Илле йылға яҡын ғүмерен сәхнәгә бағышлаған актриса, башҡорт театр сәнғәтенең яҡты йондоҙо Ниса Бакированың юбилей кисәһендә бергәләп илһам тулҡынында тирбәләйек. Сәхнә примаһының йөрәк һүҙе һәр берегеҙҙең йөрәгенә барып етеренә, күңелле ял кисәһе бүләк итеренә ышанабыҙ.
Театрлаштырылған тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.

Мәғлүмәт өсөн: Бакирова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы 1947 йылдың 27 декабрендә Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған. 1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Г. Г. Ғилязев курсы) тамамлай. Училищенан һуң, Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләй башлай. 1991 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына эшкә күсә. 1992—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт республика сәнғәт техникумында уҡыта. 1976 йылдан театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы.

Спектаклдәрҙәге ролдәре: Сәғит («Ҡара йөҙҙәр», Ғ. Әмири һәм В. Г. Ғәлимова М. Ғафуриҙың шул уҡ исемдәге повесы буйынса), Эсси («Иблес шәкерте» — «Ученик дьявола», Б. Шоу), Үлем («Ҡанлы туй» — «Кровавая свадьба», Ф.Гарси Лорка), Тауҡай («Онотолған доға» — «Забытая молитва», Ф. М. Бүләков), Гөлсибәр («Күктән төшкән бәхет» — «Счастье, упавшее с неба»; дебют, 1970), Хәтирә («Ҡыҙлы йорт» — «Дом с невестой»; икеһе лә — Н. Асанбаевтыҡы), Маһинур («Бәхтигәрәй» — «Бахтигарей», А. М. Мирзаһитов) һәм башҡалар. Артистың репертуарына комик ролдәр ҙә инә: Фатима («Хужа Насретдиндең биш ҡатыны», Х. Н. Хәмзә), Рәсимә («Буш сәңгелдәк», И. Х. Йомағолов).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb