Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе яңы миҙгелен Мостай Кәрим менән башлай. Башҡорт драма театры коллективы тәүге тамашасыһын “3 таған” повесы буйынса спектакль менән ҡаршыларға йыйына.
Башҡорт классигының әҫәре “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты ярҙамында әҙерләнгән. Был программа буйынса бирелгән аҡсаны театрҙар яңы спектакль йәки матди-техник хәлдәрен яҡшыртыу өсөн тотона ала.
Проектта ҡатнашыусы театрҙар исемлегендә Сибай, Туймазы, Салауат, Белорет коллективтары ла бар.